КНЯЗЕВ, ауыл, 2004 й. алып Өфө эсендә.

Ауылға 17 б. башында Өфө өйәҙендә дворян Ураковтарҙың ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 41 йортта 256 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, һыра һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 396 кеше; 1920 — 589; 1939 — 620; 1959 — 541; 1989 — 643; 2002 — 740 кеше. 2004 й. Өфө р‑ны Кириллов а/с ҡараған (хәҙ. Өфөнөң Калинин р‑ны терр‑яһы). К.А.Головченко, А.С.Пикунов ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018