КНЯЗЕВ Иван Николаевич (12.7.1924, Өфө, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Князев утары — 17.10.1999, Светлоград ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Кесе лейт. (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се уҡсылар див. 310‑сы уҡсылар полкының рота бронебойщигы рядовой К. 1943 й. 11 сент.—5 окт. Десна, Днепр, Припять йй. аша сыҡҡанда һәм Десна м‑н Днепр йй. уң ярҙағы плацдармдарын һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. башлап запаста. Кушнаренко р‑нында эшләй, 1949 й. алып Краснодар ҡ., 1952 й. — Светлоградта йәшәй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: И.Н.Князев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.