• Печать

КНИСС Владимир Александрович (8.7.1945, Өфө), зоолог. Биол. ф. д‑ры (2006). А.А.Книсстың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1973—77 йй. БДПИ-ла, 1980 й. алып БАХИ‑ла, 1986 й. — БДУ‑ла (2007—13 йй. зоология каф. мөдире), 2015 й. — Башҡ‑н физик культура ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге мәмерйәләрҙең һәм ер аҫты һыуҙарының фаунаһын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан аяҡ ҡойроҡлолар класы бөжәктәренең яңы төрҙәре (Schaefferia baschkirica, Philotella olgae, Plutomurus sorosii, P.jelesnovodskii) тасуирлана. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Фауна пещер России и сопредельных стран. Уфа, 2001.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке