КНИСС Александр Адольфович (2.4.1920, Өфө — 15.7.2003, шунда уҡ), тренер. Саңғы ярышы б‑са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1971). БАССР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1990). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1958). 1946 й. алып К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑ты, 1952—95 йй. — БДАУ уҡытыусыһы. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Ш.Юнысов, ш. уҡ СССР һәм Рәсәйҙең 40 спорт мастеры. 1941 й. репрессиялана, 1993 й. аҡлана. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.