КНЕЛЛЕР Леонид Ефимович (9.5.1952, Грозный), тау инженеры‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1996). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑тында (Октябрьский ҡ.) эшләй: инженер, 1977 й. алып өлкән инженер, 1979 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1984 й. — лаб. мөдире, 1988 й. алып һәм 1999 й. — бүлек мөдире, 1997 й. — ген. дир. урынбаҫары, 2005 й. — фәнни эштәр б‑са ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге скважиналарҙы геофизик тикшереү теорияһы үҫешенә бәйле. К. тарафынан электр һәм электромагнитлы алымдар м‑н ҡатлам үлсәмдәренең матем. моделен әҙерләү ысулдары уйлап табыла, улар Башҡортостан, Көнбайыш Себер, Украина һ.б. ятҡылыҡтарында индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Магнитоимпульсная дефектоскопия-толщинометрия обсадных колонн насосно‑компрессорных труб. М., 2012 (авторҙ.).

К.В.Антонов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке