КНАУФ ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР КОМПАНИЯҺЫ, 1853 й. С.‑Петербургта Кнауф тау округы (ҡара: Тау округтары) нигеҙендә ойошторола. 1853 й. төп капиталы 1,2 млн һумдан ашыу (500‑әр һумлыҡ 2437 акция) тәшкил итә. Акцияларҙың төп пакеты (2 мең) — ваҡ акционерҙар, аҙ ғына өлөшө эре акционерҙар (310; башлыса А.А.Кнауфтың элекке кредиторҙары) ҡулында була. К.т.з.а.к. күсемһеҙ милке 1,4 млн һум күләмендә баһалана. Компания Биҙәр заводына, Ирген заводтарына, Йоҡ (Кнауф) заводына, Курашим баҡыр иретеү з‑дына [1739 й. Г.П.Осокин (ҡара: Осокиндар) тарафынан төҙөлә; Пермь өйәҙе], Һарына заводтарына, Ырымбур губернаһында һәм Пермь губернаһында яҡынса 280 мең дисәтинә ергә хужа була. Табышы 1854 й. — 112,3 мең һум, 1860 й. 19,1 мең һум тәшкил итә. 1864 й. бөтөрөлә.

Әҙәб.: Буранов Ю.А. Акционирование горнозаводской промышленности Урала (1861—1917). М., 1982.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке