КНАУФ Андрей Андреевич (? — 1853 й. алда), завод хужаһы, 1‑се гильдия сауҙагәре. Атаҡлы граждан. 18 б. аҙ. Рәсәй подданныйлығын ҡабул итә. 18 б. аҙ. — 19 б. башында К. Златоуст (Косотур) заводын, Ҡуҫа заводын, Мейәс заводын, Һатҡы заводын, Әртә заводын ҡуртымға ала. 1804 й. И.П.Осокиндан (ҡара: Осокиндар) Биҙәр заводын, Ирген заводтарын, Йоҡ (Кнауф) заводын, Курашим баҡыр иретеү з‑дын (1739 й. асыла, 1864 й. ябыла) һәм Һарына заводтарын һатып ала. 1853 й. К. з‑дтары Кнауф тау заводтары акционерҙар компанияһы составына инә. К. “1827 йылда Урал һыртының суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтарына күҙәтеү” (1830) мәҡәләһендә үҙенең ҡайһы бер пр‑тиеларында реконструкция үткәреү, етештереү күләме т‑да мәғлүмәт бирә.

Әҙәб.: Горнозаводская промышленность Урала на рубеже XVIII—XIX вв.: сб. док. и материалов. Свердловск, 1956; История Урала в период капитализма. М., 1990.

Н.М.Ҡолбахтин, Ю.П.Окунцов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.