КЛЯВЛИН Марс Сәлих улы (27.4.1949, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (2000). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1966—67 йй. ӨПЭЗ‑дә эшләй, 1972 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта (1996 й. — һыу м‑н тәьмин итеү һәм ағынты һыуҙарҙан арындырыу каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре һыуҙың карбонатлы ҡатылығына физик‑химик факторҙарҙың тәьҫирен тикшереү, тәбиғи һыуҙарҙы таҙартыуҙың экологик һәм аҙ сығымлы ысулдарын эшләүгә арналған. Уның етәкс. кислород һәм азотлы гетероциклик 1,3‑диоксацикландар рәте берләшмәләренең гомоген‑гетероген синтезы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы. Бөтә Союз уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәте пр. лауреаты (1978).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.