АЛЕКСЕЕВ Леонид Андреевич (7.11.1915, Псков губ. Остров ҡ. — 16.9.1980, Стәрлетамаҡ ҡ.), сценограф. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау художество уч‑щеһын тамамлаған (1936). 1937—40 йй., 1946—60 йй. Петропавловск-Камчатский, Горно-Алтайск, Абакан һ.б. ҡҡ. театрҙарында эшләй. 1961 й. алып Стәрлетамаҡ урыҫ дәүләт драма театрының баш рәссамы. 100‑ҙән ашыу спектаклде биҙәгән. А. декорациялары композиция берҙәмлеге, форма һәм төҫ аһәңлелеге м‑н айырылып тора. “Тымыҡ Дон” (“Тихий Дон”; М.А.Шолоховтың ш. уҡ исемле романы б‑са), “Һығылмалы талҡай” (“Ивушка неплакучая”; М.Н.Алексеевтың ш. уҡ исемле романы б‑са), “Ун өсөнсө председатель” (“Тринадцатый председатель”; А.Х.Абдуллин пьесаһы б‑са) спектаклдәрендә сәхнәне декоратив-образлы биҙәү һәм планлаштырыу традицион реалистик стилдә башҡарыла. Трагик спектаклдәргә декорациялар эшләгәндә А. әҫәрҙең тулы образын сағылдырған сәхнә символикаһын ҡуллана: һарай силуэты (“Гамлет”, У.Шекспир), мәмерйә көмбәҙҙәре (И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы б‑са “Үс” — “Месть” спектакле), Ҡалҡыу урын һүрәте (М.Кәрим пьесаһы б‑са “Өн аралаш ете төш — (“Семь сновидений сквозь явь” спектакле).

Әҙәб.: Выставка произведений художников‑сценографов Республики Башкортостан: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.