КЛЮЧЕВОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Абдулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 292 кеше; 1959 — 364; 1989 — 197; 2002 — 210; 2010 — 180 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1931 й. “Мәсәғүт” с‑зы ойошторолғандан һуң с‑здың Беренсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018