КЛЮЧЁВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Разин а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 219 кеше; 1920 — 378; 1939 — 177; 1959 — 127; 1989 — 282; 2002 — 303; 2010 — 273 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1889 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Тирмәнйылға а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са 4 губерна (башлыса Сембер губ.) крәҫтиәндәре Ключевский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 28 йортта 189 кеше йәшәгән. Шулай уҡ Урта Үҙәк исеме м‑н билдәле булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018