КЛЮЧАРЁВ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Алкин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 27 кеше; 1959 — 78; 1989 — 138; 2002 — 101; 2010 — 70 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1910 й. Өфө өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөгән ваҡытта Ключарёв разъезы ҡасабаһы (Өфө губ-ры А.С.Ключарёв фамилияһынан) булараҡ нигеҙ һалына. 1917 й. 9 йортта 44 кеше йәшәгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке