КЛЮЧАРЁВ Александр Степанович (23.6.1853, Тифлис ҡ. — ?), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1911). Хоҡуҡ кандидаты. Мәскәү ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған (1881). 1883 й. алып ЭЭМ‑ында хеҙмәт итә. 1893 й. башлап Ставрополь, 1902 й. — Витебск вице-губернаторы. 1905—11 йй. Өфө губ‑ры. Өфө губернаһының хөкүмәт һәм йәмәғәт учреждениеларынан “ышанысһыҙ һәм зыянлы элементтар”ҙы ҡыуыуға, полиция кадрҙарының әҙерлек кимәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. К. эшләгән осорҙа губернала 300‑гә яҡын башланғыс мәктәп, Уҡытыусылар институты, етем малайҙар өсөн баҡсасылыҡ мәктәбе (ҡара: Йоматау аграр техникумы) асыла, 47 полиция һағы отряды (1400 кеше) төҙөлә. 1906 й. “Уфимский край” гәз. ойоштора, 1908 й. Аксаков халыҡ йортон төҙөү б‑са ком‑тҡа етәкселек итә. 1911 й. алып Сембер губ‑ры, 1916—17 йй. эске эштәр министры урынбаҫары. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 2‑се дәрәжә Изге Владимир орд. м‑н бүләкләнгән. Шишмә р‑ны Ключарёв а. уның исеме бирелгән.

Э.Ә.Мәзитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.