КЛЮЧ МӘМЕРЙӘҺЕ. Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө девон һәм аҫҡы карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш йүнәлешле ауыш коридорҙан тора. Оҙонлоғо 351 м, уртаса киңлеге 2,5 м, уртаса бейеклеге 3 м, амплитудаһы 75 м, майҙаны 650 м2, күләме 1456 м3. Ауыҙы тура мөйөшлө формала (киңлеге 2,5 м, бейеклеге 9 м), тар коридорға алып бара, ул урта өлөшөндә төньяҡҡа борола, һөҙәкләнә һәм сифон м‑н бөтә. Иҙәне ҡом, балсыҡ һәм ҡырсынташ м‑н ҡапланған. Һул стенаһында кальцит һарҡымдары бар. Т‑раһы йәй көнө 12°С. Мәмерйә буйлап шишмә аға (һыу сығымы йәй көнө   5—8 л/с).

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.