КЛЮКВЕННЫЙ, Ағиҙел һәм Еҙем йй. аралығындағы һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Архангел р‑ны Орловка а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 2 га. Туйыныуы ҡатнаш. Эре түмәрлек, таллыҡ, ҡайын һәм тоташ сфагнум м‑н ҡапланған һаҙ төркөмдәре бар. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне, һаҙ мүк еләге, һаҙ хаммарбияһы һ.б.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018