КЛОКОВ Дмитрий Вячеславович (18.2.1983, Балашиха ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2005). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2006). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2008). 2001 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта 2011 й. тиклем Уҡыукүнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренеры А.Ф.Яруллин). Олимпия уйындарының көмөш призёры (2008). Донъя (2005), Европа (2010) һәм Рәсәй (2005—06) чемп., донъя чемпионаттарының көмөш (2010—11) һәм бронза (2006—07) призёры, Европа чемпионатының бронза призёры (2004). Үҫмер спортсылар араһында Донъя (2002) һәм Европа (2002—03) чемп., донъя чемпионатының көмөш призёры (2003). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001 й. алып). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2009), Салауат Юлаев орд. (2008) м‑н бүләкләнгән.

П.:Д.В.Клоков

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018