КЛОКОВ Всеволод Иванович [25.6.1917, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡытаутамаҡ заводы а. (Силәбе өлк. Ҡытаутамаҡ ҡ.) — 11.10.2004, Киев], инженер, тарихсы. Советтар Союзы Геройы (1945). Украина ССР‑ы ФА-ның мөхбир ағзаһы (1978), тарих ф. д‑ры (1962), проф. (1965). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1977). 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Томск электромеханика т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1939). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла, полковник. 1941 й. башлап Украина һәм Белоруссия терр‑яһында Чернигов-Волынск берләшмәһе составында партизандар хәрәкәтендә ҡатнаша; 1944 й. авг. алып Чехословакияла партизандар бригадаһының штаб нач., 1945 й. февр. — берләшмә командиры. Герой исеменә К. дошман тылында хәрби заданиелар үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң Киевта эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Украина ССР‑ының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1977). Ленин (1945), Окт. Революцияһы (1987), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Борьба народов славянских стран против фашистских поработителей (1939—1945 гг.). Киев, 1961; Всемирно-исторический подвиг. Киев, 1975.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.