АЛЕКСЕЕВ Леонид Александрович (25.8.1935, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Новая Деревня а. — 23.12.2008, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1987), проф. (1989). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978). ӨНИ‑не тамамлаған (1959). 1960 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1970—90 йй. тау-нефть ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге скважиналарҙың быраулау технологияһы, тау тоҡомдарының емерелеү процестарын өйрәнеү м‑н бәйле. А. ҡатнашлығында быраулау һәм скважиналарҙы ремонтлау өсөн тоҡомдарҙы емереүсе һәм фрезерлы инструменттар уйлап табыла (БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть промыслаларында индерелгән), уларҙың эшләүенең т‑ра режимы өйрәнелә. 120 фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (1999). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Хеҙм.: Технология бурения глубоких скважин. М., 1982 (авторҙ.); Технология и техника борьбы с поглощениями при строительстве скважин. Уфа, 1998 (авторҙ.); Технология бурения нефтяных и газовых скважин. 3‑е изд. М., 2007 (авторҙ.).

Ф.Ә.Әғзәмов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018