КЛИРИНГ (ингл. clearing — таҙар-тыу), үҙ-ара иҫәпләшеп түләү, иҫәп-хисап ысулы, ҡатнашыусыларҙың аҡса дәғүәһе (дебитор бурысы) үҙҙәренең үк аҡса йөкләмәләре (кредиторлыҡ бурысы) м‑н реаль аҡсаны файҙаланмайынса түләнә. К. банкылар, махсус булдырылған иҫәпләшеү үҙәктәре, палаталары, йорттары, бүлектәре аша башҡарыла ала. Эске һәм халыҡ-ара, бер тапҡыр һәм даими ғәмәлдә булған, ике яҡлы һәм күп яҡлы К. айырыла. Башҡортостан терр‑яһында К. операцияларын 19 б. аҙ. ойошторолған Дәүләт банкыһының иҫәпләшеү палаталары үткәрә башлай, улар хәрби коммунизм осоронда бөтөрөлә. 1922—54 йй. Дәүләт банкыһының Башҡ‑н контораһы үҙ-ара иҫәп-хисап бюроһын (30‑сы йй. башына тиклем бүлектәрен) файҙалана. Бюро тармаҡ йәки терр. билдә б‑са пр‑тиелар һәм берекмәләр өсөн үҙәкләштерелгән К. иҫәпләшеүҙәре үткәрә. Шулай уҡ үҙ-ара бурыс б‑са үҙәкләштерелмәгән тармаҡ-ара иҫәпләшеүҙәр була. 90‑сы йй. РФ‑тағы түләү кризисы барышында БР Милли банкыһы БР пр‑тиеларының үҙ-ара бурыстары б‑са иҫәпләшеүҙәр өсөн К. ҡуллана. Тәүге үҙәкләштерелгән К. кредиторлыҡ һәм дебитор бурысын 1993 й. 1,4 млн деноминацияланған һумдарҙа, 1995 — 31,1, 1996 — 25,8, 1997 й. 26,1 млн деноминацияланған һумдарҙа ҡаплай. 1994 й. алып агросәнәғәт комплексы ойошмалары өсөн бер тапҡыр эшләнә торған үҙәкләштерелгән К. операциялары үткәрелә. Ҡапланған бурыстарҙың дөйөм суммаһы 118,7 млн деноминацияланған һум, 1995 й. — 448,3 млн деноминацияланған һум тәшкил итә. Үҙ-ара иҫәпләшеүҙәрҙә, колхоздар һәм совхоздарҙан тыш, 200‑ҙән ашыу пр‑тие һәм ойошма ҡатнаша. 2000 й. ҡарата БР Милли банкыһы К. механизмын ҡулланыуҙы туҡтата. Хәҙ. ваҡытта үҙәкләштерелмәгән К. пр‑тиеларҙың хужалыҡ практикаһында ҡулланыла.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.