КЛИМОВА Нина Ивановна (16.06.1950, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1977 й. алып Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында: 1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991—97 йй. сектор мөдире, 2000 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2004—06 йй. дир. вазифаһын башҡарыусы, 2007 й. — сектор мөдире; бер үк ваҡытта 2001—03 йй. Өфө дәүләт сервис ин‑тында (төбәк һәм муниц. идара каф. мөдире), 2006 й. алып ӨДАТУ‑ла (2006—12 йй. төбәк иҡт. каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре төбәк үҫешенең инвестицион тәьминәте, төбәктә һәм урындарҙа идара итеү теорияһы, методологияһы мәсьәләләренә арналған. К. тарафынан төбәктең инвестицион потенциалын һәм ресурстарын формалаштырыу моделдәре, төбәк финанстары өлкәһендә терр‑ялар араһындағы үҙ-ара тәьҫир итешеү моделдәре эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Качество экономического роста: теория и практика оценки и управления. М., 2007 (авторҙ.); Экономическое пространство: теория и реалии. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке