КЛИМОВ Владимир Яковлевич (23.7.1892, Мәскәү — 9.9.1962, шунда уҡ), конструктор. СССР ФА акад. (1953). Соц. Хеҙмәт Геройы (1940, 1957). Инженер‑авиация хеҙмәте ген.-майоры (1944). Мәскәү юғары техник уч‑щеһын тамамлаған (1918). 1935 й. алып 26‑сы Рыбинск мотор з-дының, 1941—46 йй. — 26‑сы Дәүләт союз з-дының (Өфө) авиация двигателдәре баш конструкторы. Фәнни һәм производство эшмәкәрлеге истребителдәр авиацияһы һәм ҙур тиҙлекле бомбардировщиктар өсөн авиация двигателдәре проектлауға һәм эшләп сығарыуға бәйле. 1943 й. К. эшләгән двигателдәр “ВК” (Владимир Климов) билдәһе м-н сығарыла. СССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1941, 1943, 1946, 1949). Ленин (1936, 1940, 1943, 1945, 1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1939), 1‑се (1945) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Суворов, 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018