КЛИМОВ Юрий Семёнович (21.9.1961, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. — 9.1.2000, Чечен Респ. Аргун а. янында; Новосибирск ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). Милиция подполковнигы (1996). 1995—96 йй. һәм 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Новосибирск юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәри уч‑щеһын (1984), РФ Ҡораллы Көстәре Гуманитар акад. (Мәскәү, 1993) тамамлаған. 1979 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында, 1993 й. — РФ ЭЭМ‑ы органдарында. Герой исеменә Новосибирск өлк. Эске эштәр идаралығы эргәһендәге Көнбайыш Себер ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш төбәк идаралығының тиҙ эш итеүсе махсус отрядының өлкән оператив вәкиле 2000 й. 9 ғин. Аргун янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Батырлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1995, 1996). Мораҡ а. урамға К. исеме бирелгән, ул тамамлаған училищеның Геройҙар аллеяһында һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Черных И. Последний бой //Рискуя жизнью: сб. очерков о сотрудниках криминальной милиции ГУВД Новосибирской области. М., 2003.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Портрет: Ю.С.Климов

Текст на русском языке