КЛИМЕНТ (донъяуи исеме Верниковский Константин Александрович; 2.2.1863, Минск губ. Погорелое а. — 19.9.1909, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1902—03). Дини тәғлимәт канд. (1890). Архимандрит (1891). Монахлыҡ ҡабул иткән (1889). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1890) Холм дини семинарияһы инспекторы, 1891 й. алып ректоры, 1892 й. — Мәскәү дини семинарияһы ректоры. 1897 й. башлап Римда Рәсәй илселеге эргәһендәге сиркәү настоятеле. 1903 й. алып Каменец-Подольск епархияһының епискобы, 1904 й. — викар епискобы. 1905 й. ялға китә. Өфө епархияһы етәксеһе посында сиркәү дисциплинаһын нығыта, сиркәүҙәр, монастырь общиналары һанын арттыра (1903 й. Бөрө өйәҙендә Криушин ирҙәр общинаһының таш сиркәүен изгеләндерә), К.П.Херувимовтың тарихи эҙләнеүҙәрен хуплай. Изге Синод ағзаһы (1904—05).

 Хеҙм.: Преподобные отцы Сергий и Герман, Валаамские чудотворцы, основатели Валаамской обители. СПб., 1890.

Әҙәб.: Конюченко А.И. Архиерейский корпус русской православной церкви во второй половине XIX — начале XX века: исследования и материалы. Челябинск, 2005.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018