КЛИМЕНОК Борис Васильевич (2.5.1911, Минск губ. Ивенец а. — 22.12.1986, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1951), проф. (1951). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968). МДУ‑ны тамамлаған (1938). 1944—49 йй. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тында уҡыта. 1951—83 йй. ӨНИ‑лә: дир. урынбаҫары, 1952 й. дир., 1954 й. алып физик химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре физик химия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. К. илдә тәүгеләрҙән каталитик крекинг реакциялары механизмын тикшереү өсөн инәүле углеводородтар ҡуллана. 50—70‑се йй. уның етәкс. карбамидтың һыуҙағы эретмәһе м‑н дизель яғыулыҡтарын парафинһыҙлаштырыу процесы тикшерелә, ӨНИ‑ләге һәм Өфө НЭЗ‑ындағы тәж. ҡоролмаларында һынауҙар үткәрелә. Башҡортостанда тәүге физик химия каф. (ӨНИ, 1951) нигеҙ һала. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 30‑ға яҡын уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Парциальная депарафинизация дизельного топлива водным раствором карбамида //Известия высших учебных заведений. Нефть и газ. 1959. №1 (авторҙ.); Структура комплекса, образующегося при взаимодействии дизельного топлива с водным раствором карбамида //Шунда уҡ. 1961. №3 (авторҙ).

Н.К.Ляпина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Б.В.Клименок

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.