КЛИМАТ (гр. klima — ауышлыҡ), билдәле бер урынға хас һауа торошоноң күп йыллыҡ режимы, физик- геогр. шарттарҙың, атмосфера күренештәренең бер‑береһенә йоғонто яһау һөҙөмтәһе булып тора. Микро‑ һәм макроклимат, ҙур ҡалаларҙа ҡала К. бүленә. К. төп күрһәткестәре: атмосфера баҫымы, һауа дымлылығы, ел тиҙлеге һәм йүнәлеше, һауа температураһы, яуымтөшөм күләме, яуыу режимы һ.б. Климатты барлыҡҡа килтереүсе шарттарға геогр. урын (геогр. киңлек, диңгеҙ кимәлендәге бейеклек, океандар йоғонтоһо); ер өҫтөнөң үҙенсәлеге (рельеф һәм ерҙең өҫкө ҡатламы: үҫемлек, ҡар ҡатламы, асыҡ грунт һ.б.); ҡояш радиацияһы (ер өҫтө м‑н атмосфера араһында йылылыҡ алмашыныуы, геогр. урынға һәм рельефҡа бәйле ҡояшлы ваҡыттың дауамлылығы); атмосфера циркуляцияһы инә. Төньяҡ ярымшарҙа 4 төп (экватор, тропик, уртаса, арктик) һәм 3 күсеү (субэкватор, субтропик, субарктик) К. бүлкәттәре айырыла. Географик урынға һәм атмосфера циркуляцияһы үҙенсәлектәренә ҡарап К. океан, континенталь, көнбайыш һәм көнсығыш яр буйы төрҙәренә бүленә (Б.П.Алисов).

Башҡортостан К. уның уртаса геогр. киңлектәрҙә урынлашыуы, диңгеҙ акваторияһынан алыҫ һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һырттарының меридиональ йүнәлешле булыуы м‑н бәйле. Республика терр‑яһы уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан, уртаса континенталь К. формалашҡан. Башҡортостандың Урал алды, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һәм Башҡортостандың Урал аръяғы К. айырмалы үҙенсәлектәре (ҡара: Климат буйынса районлаштырыу) ҡатмарлы орография м‑н билдәләнә (диңгеҙ кимәлендәге абс. бейеклек 100 м алып 1640 м тиклем, рельефтың бүлгеләнеүе, битләүҙәрҙең экспозицияһы һ.б.). Ҡояш радиацияһының дөйөм миҡдары БР терр‑яһында йылына 4089 МДж/м2 тәшкил итә, ш. иҫ. тура радиацияға — 2098 МДж/м2, тарҡау радиацияға — 1991 МДж/м2, сағылған радиацияға — 1092 МДж/м2, йотолған радиацияға — 2997 МДж/м2 тура килә. Ҡояшлы ваҡыттың уртаса дауамлылығы респ. төньяҡ‑көнсығышында 1808 сәғәт (Мәсәғүт метеостанцияһы), үҙәк өлөшөндә — 1929 сәғәт (Стәрлетамаҡ метеостанцияһы) һәм 1946 сәғәт (Өфө метеостанцияһы), көньяҡта — 2029 сәғәт (Йылайыр метеостанцияһы), көньяҡ‑көнсығышта — 2401 сәғәт (Аҡъяр метеостанцияһы), таулы өлөшөндә — 1851 сәғәт (Белорет метеостанцияһы). Циклондар, һауа массаларының көнбайыш йүнәлешендә күсеүе яуымтөшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары һәм ҡояшлы ваҡыттың дауамлылығы араһындағы айырманы билдәләй, был иһә болотлолоҡтоң төрлө күләмдә булыуына бәйле (респ. тигеҙ өлөшөндә — 4,2 балл, тау алдында — макс. 7 балл). Башҡортостан терр‑яһы арктик, тропик һәм уртаса һауа массалары йоғонтоһон кисерә, материктың Азия өлөшөнән килеүсе континенталь һауа массалары өҫтөнлөк итә, ҡайһы берҙәре БР терр‑яһында барлыҡҡа килә. Яуым‑төшөмдөң күләме, таралыуы һауа массаларының йүнәлешенә һәм күсеүенә бәйле. Геогр. киңлеккә, битләүҙәрҙең экспозицияһына ҡарап яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күрһәткестәре (йылы осорҙа 60—70%) төрлө: Урал көнбайыш битләүендә — 640—700 мм, көнсығышта — 300— 500 мм, респ. көнбайыш өлөшөндә — 400—500 мм. Ҡар ҡатламы Башҡ‑н Урал алдында окт. аҙ. — нояб. башында (30—40 см), Башҡ‑н Урал аръяғында — окт. аҙ. (30 см) барлыҡҡа килә. Ел иҫеү режимын атмосфераның циркуляция үҙенсәлектәре һәм Урал тауҙары йоғонтоһо билдәләй. Ҡыш циклон көсәйә, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле ел иҫә; йәй улар көсһөҙләнә, төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш йүнәлешле ел өҫтөнлөк итә. БР терр‑яһында һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 0,3—3,5°С, иң түбәне — таулы райондарҙа. Уртаса күп йыллыҡ макс. т‑ра июлдә (16,5—19,5°С), миним. — ғинуарҙа (‑14 алып ‑17°С тиклем) теркәлгән. К. континенталлеге йыллыҡ т‑ра амплитудаһы м‑н билдәләнә, респ. ул 33,5—36,5°С тәшкил итә. Һауа т‑раһы юғары булған көндәрҙең һаны — 194—208. Һуңғы ҡырау уртаса 13—20 майҙа, тауҙарҙа 25—30 июндә°С, тәүге ҡырау 10— 25 сент. төшә. Ыңғай т‑ра суммаһының таралыуына бейеклек, рельеф формалары, битләүҙәрҙең экспозицияһы булышлыҡ итә. Температура суммаһы тигеҙ райондарҙа төньяҡтан көньяҡҡа табан 1900°С алып 2350°С тиклем үҙгәрә: (4—4,5 айға һуҙыла), бейек тауҙарҙа 1600—1700°С тиклем (3,5 айға тиклем) түбәнәйә.

Р.Ғ.Ғәлимова

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.