АЛЕКСЕЕВ Игорь Павлович (27.12.1972, Ҡурған өлк. Боровлянка а.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1992), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). 1991—98 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары П.С.Горулёв, В.А.Кушнир). Донъя (1995), Европа (1994), Рәсәй (1993) чемп.; Рәсәй чемпионатының (1998) һәм Рәсәй Кубогының (1997) көмөш призёры; Европа чемпионатының бронза призёры (1993, ырғымда). Үҫмер спортсылар араһында Европа (1992), Рәсәй (1991) чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—97).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке