КИЛМӘТОВА Инна Роберт ҡыҙы (27.7.1967, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2009). БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1989) ӨПЭПБ-ның “Восход” малсылыҡ ҡуртым хужалығы (Шишмә р‑ны Сайран а.) ветеринар врачы, 1991 й. ғин. алып “Башнефтехимремстрой” тресы (Өфө) 7‑се махсуслашҡан ремонт‑төҙөлөш идаралығының “Обелиск” кооперативы кейексеһе. 1991 й. сент. — 2013 й. БДАУ‑ҙа эшләй (өҙөклөк м‑н): 1997—2004 йй. ғилми секретарь, бер үк ваҡытта 1999—2001 йй. аспирантура мөдире. 2004—05 йй. Новороссийск балалар экология‑биол. үҙәге дир. урынбаҫары, 2014 й. башлап “Поливит” ЯСЙ‑ның (Өфө) ветеринария б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге хайуандарҙы ауырыуҙарҙан дауалау һәм иҫкәртеү, ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын арттырыу өсөн яңы фармакол. сараларҙы өйрәнеүгә һ.б. арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Применение новых производных пиримидина в птицеводстве. Уфа, 2007.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.