“КВАЗАР”, ЯСЙ. ӨДАТУ-ла уйлап табылған техник диагностика приборҙарын, ш. иҫ. үткәргес торбалар изоляцияһы боҙолоуын эҙләү өсөн приборҙар, трасса эҙләгестәр, газ анализаторҙары етештерә. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. нигеҙ һалына. Составына монтажлау-йыйыу цехы инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке