КАЯШЕВ Александр Игнатьевич (20.3.1944, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Яңы Моҡатай а. — 15.5.2014, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-электрик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). Рязань радиотехника ин‑тын тамамлаған (1967). 1968 й. алып ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй: 1966 й. башлап автоматлаштырылған технология һәм мәғлүмәт системалары каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре станок системалары м‑н идара итеүҙең ышаныслылығы мәсьәләләренә арналған. К. ҡатнашлығында технологик процестар м‑н адаптив идара итеү ысулдары, ш. иҫ. һан м‑н бирелгән программалы идараһы булған хонингылау станогы өсөн идара итеү системаһы уйлап табылған. Асыштары Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында индерелгән. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 36 уйлап табыу авторы. 

Хеҙм.: Методы адаптации при управлении автоматизированными станочными системами. М., 1995 (авторҙ.); Технология и проектирование автоматизированных станочных систем. М., 1998 (авторҙ.).

Р.Р.Ҡадиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018