КАЩЕЕВ Фёдор Александрович [6.12.1934, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны)], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1991), БАССР-ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1973) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1960). Башҡ. муз. уч‑щеһын тамамлаған (1955; педагогы В.Р.Кашкарёв).

Майлы буяу һәм темпера рәсем сәнғәте техникаһында эшләй. Башлыса портреттар һәм тормош-көнкүреш жанры әҫәрҙәрен ижад итә. Рәссамдың эштәренә аныҡ уйланылған композиция, сағыу һүрәт хас; колориты декоративлыҡ, асыҡ һәм таҙа төҫтәре м‑н айырылып тора. “Әсә портреты” (1957), “Бабай” (1965), “А.Э.Тюлькин оҫтаханала” (1993) эштәрендә һәм Советтар Союзы Геройҙары С.Ғ.Ғәлимйәнов, Ү.Ш.Шакиров (икеһе лә — 1975) һәм Н.Д.Сафин (1979) портреттарында ижадындағы психологик йүнәлеш тулыһынса сағылыш ала. Күп кенә картиналары хеҙмәт темаһына арналған: “Һауынсылар” (1964),“Быраулаусылар” (1969), “Иртә. Завод лабораторияһы” (1974), “Ҡымыҙсы” (1992). 1957 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө, Мәскәү, Ленинград (бөтәһе лә — 1989). Эштәре БДХМ‑да, Рәсәйҙә музейҙарҙа һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1967).

Әҙәб.: Ф.А.Кащеев: [комплект репрод.] /авт.-сост. Г.Р.Пикунова. Л., 1980; Фёдор Кащеев. Живопись. Графика: каталог /сост. Л.Д.Ртищева. Уфа, 1988. 

Р.Ғ.Фәйрүзова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Ф.А.Кащеев. Иртә. Ғаилә. Киндер, темпера. 1969. БДХМ.

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018