КАШШАФ Ғәзи [ысын исеме Кәшшәфетдинов Мирғәзи Солтан улы; 2.4.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Арыҫланбәк а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 9.12.1975, Ҡазан], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1960). Көнсығыш пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Ҡазан, 1929) Ҡазанда эшләй: 1939 й. алып Татарстан китап нәшриәтенең, 1942—45 йй. һәм 1950—58 йй. “Совет әҙәбиәте” ж. баш мөхәррире, 1947—50 йй. СССР ФА Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑ты хеҙм‑ре, 1961—75 йй. Ҡазан ун‑тында уҡыта. “Сүллектә” (1940) повесы, “Уҡытыусы” (1943; икеһе лә — татар телендә) хикәйәләр йыйынтығы, Ҡ.Даян, М.Кәрим, С.Ҡудаш ижадтары т‑да тәнҡит мәҡәләләре һ.б. авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), “Почёт Билдәһе” (1967) орд. м‑н бүләкләнгән. М.Йәлил ис. пр. лауреаты (1976).

Хеҙм.: Муса Җәлил: герой шагыйрьнең тормыш һәм иҗат юлы турында очерк. Казан, 1961; Күңел көзгесе: әдәби тәнкыйть мәкаләләре. Казан, 1975.

Әҙәб.: Сафуанов С. Рухи күперләр. Уфа, 2006.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке