КАШИРИН Николай Дмитриевич (4.2.1888, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Форштадт ҡсб (Силәбе өлк. Верхнеурал р‑ны) — 14.6.1938, Мәскәү), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 2‑се ранг командармы (1935). И.Д.Кашириндың ағаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур казак юнкерҙар уч‑щеһын тамамлаған (1909). 1909—11 йй. һәм 1914—16 йй. рус армияһында, подъяҫауыл (1915); 1918 й. алып Ҡыҙыл Армияла. А.И.Дутов етәкс. Ырымбур казак ғәскәре сығышын һәм Йыйылма Урал отряды походын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Сент. алып Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы 30‑сы (1919 й. тиклем 4‑се Урал) уҡсылар див. нач. ярҙамсыһы, 1919 й. ғин. — начальнигы. Авг. башлап Ырымбур нығытмалы районы коменданты. Окт.—нояб. Беренсе армияның 49‑сы уҡсылар див. начальнигы. 1920 й. март—окт. Ырымбур губерна эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советы башҡарма ком‑ты рәйесе. Окт. алып Көньяҡ фронтта 3‑сө атлы корпус ком., артабан Н.И.Махно отрядтары м‑н көрәштә Александровск ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, 1923 й. башлап червон казактарының 14‑се уҡсылар корпусы, 1924 й. 1‑се кавалерия корпусы командиры. 1925 й. алып Урал, Белоруссия, Мәскәү һәм Төньяҡ Кавказ хәрби округтары ғәскәрҙәре командующийҙары ярҙамсыһы. 1931 й. башлап Төньяҡ Кавказ хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, 1937 й. июль—авг. РККА‑ның Хәрби әҙерлек б‑са баш идаралығы нач., бер үк ваҡытта 1934 й. алып СССР Оборона ХК‑ның Хәрби советы ағзаһы. 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Анна, 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Станислав, Ҡыҙыл Байраҡ (1919, 1921) орд., Почётлы революцион ҡорал (1920) м‑н бүләкләнгән. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. Баймаҡ ҡ. урамға К. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Герасимов П.М. Доблестный командарм. М., 1965.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке