КАШИРИН Иван Дмитриевич [3.1.1890, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Форштадт ҡсб (Силәбе өлк. Верхнеурал р‑ны) — 20.9.1937, Мәскәү], дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Н.Д.Кашириндың ҡустыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур казак хәрби уч‑щеһын тамамлаған (1910). 1911 й. алып рус армияһында, подъяҫауыл (1917); 1918—20 йй. Ҡыҙыл Армияла. А.И.Дутов етәкс. Ырымбур казак ғәскәре сығышын баҫтырыуҙа һәм Йыйылма Урал отряды походында (июлдә отряд ком.) ҡатнаша. Сент. Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы 30‑сы (1919 й. тиклем 4‑се Урал) уҡсылар див. 2‑се уҡсылар бригадаһы, 1919 й. март—авг. Көнсығыш фронттың Көньяҡ армиялар төркөмө Айырым казак бригадаһы командиры. 1920 й. март—июлендә Верхнеурал ҡала советы башҡарма ком‑ты рәйесе. 20—30‑сы йй. СССР Эске эштәр ХК һәм Урман сәнәғәте ХК органдарында хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1925). Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.

Әҫәрҙ.: Последний решающий удар //Легендарный рейд: сб. воспоминаний. М., 1959.

Әҙәб.: Апрелков А. Красные атаманы Н.Д.Каширин и И.Д.Каширин //Солдаты Октября. Челябинск, 1988.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.