КАШИН Николай Иванович [28.2.1923, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Оло Ҡуяш а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 20.12.1943, Украина ССР‑ы Трахтемиров а. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 309‑сы уҡсылар див. 955‑се уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы ком. ярҙамсыһы сержант К. 1943 й. 24 сент. Киевтан көньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында урамға К. исеме бирелгән, һәйкәл ҡуйылған. 

Портрет: Н.И.Кашин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.