КАШЕЛЕВСКИЙ Геннадий Исаакович (23.5.1934, Брянск ҡ. — 10.2.2009, Өфө), конструктор. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында эшләй. 1960—67 йй., 1979—2001 йй. һәм 2008 й. алып Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу ин‑тында (Өфө), 1967—79 йй. Өфө приборҙар эшләү з‑дында эшләй. К. ҡатнашлығында сильфонлы компенсаторҙарҙың һығылмалы металл шлангылары, автомобилдәрҙәге газ сығарыу системаларының һығылмалы виброизоляциялы ҡушылмалары өсөн ҡорамалдар һәм гидродинамик стенд уйлап табыла. Асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең приборҙар һәм машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. 80‑дән ашыу уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәте пр. лауреаты (1998).

Р.А.Агеева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.