КАШАПОВА Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы (22.8.1952, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Шаҡша станцияһы ҡсб, хәҙ. Өфө эсендә), педагог. Пед. ф. д‑ры (2007), проф. (2012). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) Приморье крайы Дунай ҡасабаһында балалар муз. студияһы уҡытыусыһы, 1976 й. алып “Юбилейный” мәҙәниәт һарайының (Өфө) урыҫ вокаль ансамбле етәксеһе, 1978—89 йй. Өфөнөң 78‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1981—96 йй. Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тының методика кабинеты мөдире, 1997 й. башлап БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре этномуз. белем биреү проблемаларына арналған. 180‑дән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Непрерывное этномузыкально‑педагогическое образование в целостной национально‑региональной образовательной системе. Уфа, 2008; Этнопедагогика: методология и технологии этномузыкального и этнохудожественного образования. Уфа, 2009 (авторҙ.); Экспериментальная площадка в школе: организация, деятельность, перспективы. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.