КАШАПОВ Револьт Шәймөхәмәт улы (24.10.1937, БАССР-ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. — 2.7.2014, Өфө), географ. Геогр. ф. д‑ры (2009), проф. (1993). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Биология ин‑тында эшләй, 1974 й. башлап БДПУ‑ла (1990—2006 йй. физик геогр. каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге биогеография, геоэкология һәм экология буйынса белем биреү өлкәһендәге тикшеренеүҙәр м‑н бәйле. К. респ. тәбиғәт һәм хужалыҡ система бәйләнешендәге углерод балансы боҙолоуын, тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл ҡулланыу ысулдарын өйрәнә. Экосистемаға ҡарата энергетик көсөргәнеш дәүмәлен асыҡлау нигеҙендә тирәяҡ мөхит торошон комплекслы анализлау һәм баһалау методикаһын эшләй. 170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Экология и безопасность жизнедеятельности Башкирского Зауралья. Уфа, 1999 (авторҙ.); Западный Башкортостан: экология и безопасность жизнедеятельности. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.