КАШАПОВ Иван Ибраһим улы (Уршат Кәшәфетдин улы; 2.9.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡулай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 12.3.2005, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), миномётсы, гвардия өлкән лейт. (2000). Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ашхабад хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1939 й. һәм 1945—77 йй. Ташлаҡ мамыҡ таҙартыу з‑дында (Үзбәк ССР‑ы) эшләй. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. апр. башлап 56‑сы армия 9‑сы тау уҡсылар див. 193‑сө тау уҡсылар полкының, 1944 й. ғин. — 2‑се гвардия армияһы 33‑сө уҡсылар див. 94‑се уҡсылар полкының миномёттар взводтары ком., майҙан — Төньяҡ Кавказ, 4‑се Украина һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында 51‑се армия 279‑сы уҡсылар див. 1003‑сө уҡсылар полкының миномёт ротаһы ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н 1944 й. Ҡырым, Шяуляй, Рига һәм Мемель операцияларында, 1945 й. ғин. Мемель ҡ. (Германия; хәҙ. Клайпеда ҡ., Литва) алыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1945 й. гвардия лейт. К. запаста. 1978 й. башлап Өфө һыра з‑дында, 1979—83 йй. Башҡ‑н авторемонт з‑дында эшләй. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, 1‑се (1945 й. авг.), 2‑се (?) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында К. һәйкәл ҡуйылған, урта мәктәпкә уның исеме бирелгән. Өфөлә К. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Портрет: И.И.Кашапов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.