КАЦЕРИК Георгий Иванович (12.5.1934, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) респ. мед. учреждениеларында эшләй: 1960 й. алып Бөрйән р‑ны дауаханаһында баш табип урынбаҫары, 1969 й. — Стәрлетамаҡ ҡ. психоневрология диспансерының баш табибы, 1977—78 йй. Бөрө үҙәк район дауаханаһының, 1993—94 йй. Респ. наркология диспансерының (Өфө) һ.б. бүлек мөдире; 2004—11 йй. “Истоки” гәз. хәбәрсеһе. “Ҡәләм һәм скальпель” (“Перо и скальпель”) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1977 й. сыға. “Бөрйән көндәлеге” (“Бурзянский дневник”; 1994) китабына Башҡортостандағы ҡурсаулыҡтар т‑дағы хикәйәләре һәм очерктары ингән. “Ҡояш ҡыҙы” (“Дочь солнца”; 2004) әкиәте “Урал батыр” эпосы мотивтары б‑са яҙылған. “Ылыҫ шаңдауы” (“Хвойное эхо”; 1984), “Күк диңгеҙ” (“Сине море”; 2007), “Кисәге шәхес” (“Вчерашнее лицо”; 2014) исемле шиғри йыйынтыҡтар, балалар өсөн яҙылған “Бағырлы шишмә” (“Форелевый ручей”; 1990), “Ала‑Буға ҡайҙа йәшәй?” (“Где живёт Ала-Буга?”; 1994) һ.б. китаптар авторы. К.М.Аҡбашев, Р.Й.Ғарипов, З.М.Муллағәлиева, С.Әлибай һ.б. шиғырҙарын урыҫ теленә тәржемә иткән. С.Злобин ис. пр. лауреаты (2007).

Әҫәрҙ.: Старая борть: повести, рассказы, очерки. Уфа, 2009.

В.В.Денисов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018