“КАУЧУК”, синтетик каучуктар, триизобутилалюмин, катализаторҙар, олигомеризат, бензин һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1947 й. Стәрлетамаҡ ҡ. ойошторола, 1961 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының 1‑се сираты файҙаланыуға тапшырыла, 1991 й. алып “К.” ЯАЙ, 2010 й. ябыла. 1967 й. КНФ маркалы катализаторҙар, 1969 й. изопрен етештереү үҙләштерелә, 1970 й. СКИ‑3 маркалы полиизопрен каучуктың тәүге брикеты сығарыла. Пр‑тиела тармаҡта тәүге тапҡыр неодим катализаторы ҡулланып СКИ‑5 һәм СКИ‑5ПМ маркалы цис‑1,4‑полиизопрен (1979), махсус тәғәйенләнешле эпихлоргидринлы һәм пропиленоксидлы каучуктар (1997), АФА‑1 тибындағы феноламинлы антиоксидант (2002) етештереү технологияһы үҙләштерелә. Составына сополимер каучуктар һәм дивинил, изопрен, изопрен каучуктар, катализаторҙар, нормаль пентан изомеризацияһы производстволары ингән. 2005 й. 6218 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарылған. “К.” Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971). “К.” м‑н С.С.Асҡаров, Ф.М.Байбородов, Н.Я.Ерёменко, А.Г.Лиакумович, Г.И.Рутман һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018