КАУСТИК СОДА, каустик, натрий  гидроксиды, натрий  гидроокисы, зәһәр натр, NaOH. tиреү 328°С, tҡайнау 1390°С, тығыҙлығы 2130 кг/м3 булған гигроскопик аҡ кристалдар. Һыуҙа (күп миҡдарҙа йылылыҡ бүлеп сығарып), этанолда, метанолда эрей. Көслө нигеҙ, һауанан углекислый газды һәм һыуҙы йота, К.с. һыуҙағы эретмәләре быяланы, иретмәләре — фарфорҙы, платинаны тарҡата. Алюмин, цинк м‑н реакцияға еңел инә. Тирене һәм лайлалы тиресәләрҙе ныҡ бешерә (һауалағы ПДК‑һы 0,5 мг/м3). Башҡ‑нда 1945 й. Стәрлетамаҡ сода з‑дында (ҡара: “Сода”) ситтән килтерелгән кальцинирланған соданы эзбизләү ысулы м‑н (натрий карбонатының эҫе эретмәһе эзбиз м‑н тәьҫир итешеүе) шыйыҡ К.с. етештерелә башлай. 1948 й. алып натрий хлориды һыуҙағы эретмәләрен электролизлау юлы м‑н алына; К.с. диафрагмалы ысул м‑н етештереү Өфө химия з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) үҙләштерелә. К.с. терегөмөш катодтарын файҙаланып (1964) һәм диафрагмалы электролизлау ысулдары м‑н етештереү Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) үҙләштерелгән, унда техник К.с. (ТР һәм РД маркалы), таҙартылған (А һәм Б маркалы) һәм ҡаты реактив К.с. сығарыла, был РФ‑та сығарылған бөтә К.с. 21%‑ын тәшкил итә. К.с. газдар һәм күп органик эреткестәр өсөн киптергес агент сифатында, “Уфанефтехим” ААЙ‑нда нефть продукттарын таҙартыу процестарында, К.с. һыуҙағы эретмәләре һауа-цинклы элементтарҙа электролит сифатында ҡулланыла. К.с. сығарыу күләме (мең т): 1995 й. — 260, 2000 й. — 259, 2005 й. — 239, 2008 й. — 245 тәшкил итә.

Н.В.Давиденко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018