АЛЕКСЕЕВ Анатолий Алексеевич (18.2.1938, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Арлан а. — 17.9.2008, Өфө) геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1994). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Геол. ин‑тында эшләй (1992 й. алып лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магматизм, метаморфизм, файҙалы ҡаҙылмаларҙы һәм Урал көнбайыш битләүе һәм Көньяҡ Уралдың һуңғы кембрий алды осороноң геол. үҫеше тарихын өйрәнеү м‑н бәйле. А. мәҡсүт метаморфик комплексының, Урал көнбайыш битләүенең кембрий алды магматизмының йәш б‑са бүлгеләү һәм корреляциялау стратиграфик схемаһын эшләй. А. Уралда ордовик алды метаморфик айырымлыҡтың булыуын һәм төбәктә таралыуын дәлилләй, доуралид составында рифеидтарҙың бүленеүе т‑дағы төшөнсәне киңәйтә, БР терр‑яһы алмаслы булыуының геол. шарттарын ҡарай. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Магматические комплексы зоны хребта Урал-Тау. М., 1976; Рифейско-вендский магматизм западного склона Южного Урала. М., 1984.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.