КАТАНСКИЙ Николай Васильевич (1870—?), Өфө губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—17) депутаты. Дворяндарҙан. Александр хәрби уч‑щеһын тамамлаған (Мәскәү, 19 б. 90‑сы йй. башы). 1900—17 йй. — Минзәлә өйәҙе, 1910—17 йй. Өфө губерна земство йыйылыштары гласныйы. 1907—10 йй. һәм 1916—17 йй. Минзәлә өйәҙ земство башҡармаһы рәйесе. Думала прогрессистар фракцияһы ағзаһы. “Һыу баҫыуҙан зыян күргән Тубыл, Пермь, Өфө, Ырымбур, Вятка губерналары халҡына процентһыҙ ссудалар һәм пособиелар биреү өсөн Дәүләт ҡаҙнаһынан 1 миллион һум бүлеү тураһында” закон проектын тәҡдим итеүселәрҙең береһе. 1917 й. март—апр. Ваҡытлы хөкүмәттең Минзәлә өйәҙе б‑са өйәҙ комиссары. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Адрес-календарь Уфимской губернии на 1914 год. Уфа, 1914; Белокопытов А., Остроумов Я., Сафин М. Мензелинская быль: ист.-док. очерк. Казань, 1970.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.В.Хәкимова

Портрет: Н.В.Катанский

Текст на русском языке