КАТАНОВ Николай Фёдорович (6.5.1862, Йәнәсәй губ. Йөҙөм ҡсб — 10.3.1922, Ҡазан), тел белгесе, этнограф, төркиәтсе. Филол. ф. (1903) һәм сағыштырма тел ғилеме (1907) д‑ры, проф. (1921). С.‑Петербург ун‑тының көнсығыш телдәре ф‑тын тамамлаған (1888). 1889—92 йй. Император Рус геогр. йәмғиәте һәм Император С.‑Петербург ФА ҡушыуы б‑са Себерҙә, Джунгарияла, Төньяҡ Монголияла һәм Көнсығыш Төркөстанда (Ҡытай Төркөстаны) экспедицияла йөрөй. Ҡазан ун‑тында (1893—1922), Ҡазан дини акад. (1911—17), Төньяҡ‑Көнсығыш археология һәм этнография ин‑тында, Юғары халыҡ мәғарифы ин‑тында (1917—22; бөтәһе лә — Ҡазан) һ.б. уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге төрки телле халыҡтарҙың телен, фольклорын һәм этнографияһын өйрәнеүгә бәйле. 1897—98 йй. башҡорттарҙың һәм керәшен татарҙарының телен өйрәнеү маҡсатында Өфө губернаһының Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәрендә була. К. Өфө губ. башҡорттарының телен көнбайыш һәм көнсығыш һөйләштәренә бүлә, беренсеһенең — татар теле, икенсеһенең ҡаҙаҡ теле м‑н оҡшаш булыуын билдәләй; көнсығыш һөйләшен мишәрҙәр, татарҙар, типтәрҙәр һ.б. төрки телле халыҡтар теле м‑н сағыштырып, уның фонетик, морфол. һәм һүҙьяһалыш үҙенсәлектәре т‑да (ш. иҫ. һүҙ төркөмдәре һәм уларҙың грамматик категориялары т‑да) мәғлүмәттәр бирә. “Башҡорт теле өсөн әлифба” (“Азбука для башкирского языка”; баҫылмаған; ҡулъяҙмаһы ТР‑ҙың Милли архивында һаҡлана) төҙөй, унда кириллица нигеҙендә 33 хәрефтән торған алфавит тәҡдим итә (башҡ. теленә генә хас өндәрҙе билдәләү өсөн юл өҫтө тамғаларын ҡуллана); әлифбала башҡ. теленең орфоэпик нормалары сағылыш таба, уҡыу материалы сифатында И.А.Крыловтың “Энәғараҡ һәм ҡырмыҫҡа” (“Стрекоза и муравей”) мәҫәленең башҡ. теленә тәржемәһе бирелә. Башҡорттарҙың халыҡ медицинаһы, фольклоры б‑са хеҙмәттәр авторы. 1894—1914 йй. һәм 1919 й. алып Ҡазан ун‑ты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте, 1907 й. башлап Ҡазан уҡыу округы эргәһендәге Тәржемә комиссияһы рәйесе.

Хеҙм.: Отчёт о поездке, совершённой с 1 июня 1897 года по 20 августа того же года в Белебеевский и Мензелинский уезды Уфимской губернии //Учёные записки Императорского Казанского университета. Казань, 1898. Кн.11; Отчёт о поездке, совершённой с 20 мая по 20 августа 1898 года в Белебеевский уезд Уфимской губернии //Шунда уҡ. Казань, 1900. Кн.7—8; Опыт исследования урянхайского языка с указанием главнейших родственных отношений его к другим языкам тюркского корня. Казань, 1903.

Әҙәб.: Иванов С.Н. Николай Фёдорович Катанов: очерк жизни и деятельности. 2‑е изд. М., 1973; Наследие хакасского учёного, тюрколога, доктора сравнительного языкознания, востоковеда Николая Фёдоровича Катанова: материалы Междунар. науч. конф. Абакан, 2012.

Р.М.Латипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018