КАТАЕВ Николай Анатольевич (22.11.1939, Сокол ҡ.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2004), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2010), БР‑ҙың атҡ. юрисы (1993). Эске хеҙмәт ген.‑майоры (1992). Һарытау юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ уҡыта. 1971 й. алып СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары мәктәбе уҡытыусыһы, 1978 й. — дәүләт‑хоҡуҡ дисциплиналары каф. начальнигы. 1988 й. башлап ӨЮИ‑ла (1996 й. тиклем нач.). Фәнни тикшеренеүҙәре законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙың теоретик һәм практик проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Правовые взгляды Александра Стамболийского и их реализация в законотворческой деятельности правительства Болгарского земледельческого народного союза. Уфа, 2004.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке