КАСЬЯНОВ ТОРАҺЫ, Ҡормантау мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 7—6 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ҡормантау а. эргәһендә Ағиҙел й. уң ярында Ҡормантау һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 1928 й. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1953—54 йй. СССР ФА‑ның Археология ин‑ты экспедицияһы (етәксеһе А.В.Збруева) өйрәнә, 1975—77 йй. БДУ, ТТӘИ һәм Куйбышев пед. ин‑тының берлектәге экспедицияһы (етәкселәре И.Б.Васильев, В.А.Иванов, М.Ф.Обыдённов) тикшерә. Майҙаны 13 мең м2, 800 м2 ҡаҙылған. Уртаһында усағы булған тура мөйөшлө ер өҫтө торлағы (яҡынса 70 м2) табылған. Шулай уҡ дренаж канауы, 3 усаҡ, 10 хужалыҡ соҡоро табылған. Керамика тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, муйыны һәм яурындары тирәләй горизонталь һәм вертикаль ҡыя һыҙыҡтар, нәҙек һыҙыҡ м‑н эшләнгән бәләкәй ромбтар, осло һырҙар, бәләкәй генә соҡорло биҙәк, кәкерсәктәр, бау эҙе м‑н биҙәлгән йомро ҡорһаҡлы, түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Баҡыр тәңкә, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡтар, сулпылар, беҙ, таштан яһалған ҡойоу формаһы, бысаҡ пластиналары, бысаҡтар, нуклеустар, ватҡыс сүкештәр, ярғыстар, ҡырғыстар, һөйәк йөҙҙәр, тишкестәр, беҙҙәр, балсыҡ тигель ярсыҡтары, хайуан һөйәктәре табылған. Халҡы малсылыҡ (башлыса һыйыр малы, сусҡа һәм йылҡы үрсеткәндәр), игенселек һәм һунарсылыҡ (нигеҙҙә, ҡабанға, ҡоралайға, мышыға һунар иткәндәр) м‑н шөғөлләнгән. К.т. материалдары Археология һәм этнография музейында, Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Збруева А.В., Тихонов Б.Г. Памятники эпохи бронзы в Башкирии //Древности Башкирии. М., 1970; Васильев И.Б., Иванов В.А., Обыдённов М.Ф. Итоги исследований стоянки им. М.И.Касьянова в Гафурийском районе БАССР //Бронзовый век Южного Приуралья. Уфа, 1985.

В.А.Иванов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018