АЛЕКСАНДРОВКА, Чакыллы, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Степановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 11 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 165 кеше; 1939 — 212; 1959 — 157; 1989 — 166; 2002 — 191; 2010 — 179 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Наумкин а. сыуаштары нигеҙ һала, 1911 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсе Александр Захаров исеме м-н аталған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.