КАСТОР, Игеҙәктәр α‑һы, өс спектраль‑ҡуш (2 зәңгәр һәм 1 ҡыҙыл) йондоҙҙан торған система. Визуаль йондоҙ дәүмәле 1m,6. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән сама м‑н 46 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Зодиак йондоҙлоғона ҡарай. БР терр‑яһында байыусы йондоҙ. Ғин., төн уртаһында К. офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (65°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018