КАСПРАНСКИЙ Рауил Рухулбаян улы (18.4.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Бәйкей а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны, — 15.8.1990, Горький ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1980), проф. (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) шунда уҡ уҡыта, 1965—90 йй. Горький пед. сит телдәр ин‑тының немец теле каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре немец теленең фонетик системаһын спектраль анализлауға, ш. уҡ тел һәм фекерләү мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Теоретическая фонетика. Горький, 1973.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке