КАСЁВ, ауыл, 1960 й. алып Нефтекама ҡ. эсендә.

Ауылға Уҫы даруғаһының ҡаҙна ведомствоһы ерҙәрендә батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1719 й. алып билдәле (136 кеше иҫәпкә алынған). 1795 й. 393 ир‑ат теркәлгән, 1865 й. 252 йортта 1361 кеше йәшәгән. Игенселек, итек тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, сиркәү (1818 й. төҙөлгән), часовня, 2 училище, һыу һәм 3 ел тирмәне, 35 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, часовня, 2 класлы училище, ҡыҙ балалар өсөн земство мәктәбе, ярма ярғыс, 3 һыу тирмәне, поташ заводы, 4 май һығыу оҫтаханаһы, һыра, шарап һәм 3 бакалея кибете иҫәпкә алынған, йәрминкәләр теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 1959 й. К. Нефтекама эшселәр ҡасабаһы составына инә. Халҡы: 1906 й. — 2219 кеше; 1920 — 1485; 1939 — 1296 кеше. 1960 й. Краснокама р‑ны Нефтекама ҡасаба советына ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018